15:30
«Әсәнән дә бөйөгөрәк бармы ҡәҙерле исем»
Әсә... Ниндәй бөйөк исем...
Нимә етә әсә булыуға?!
Ҡатындарҙың бөтөн матурлығы,
Сибәрлеге әсә булыуҙа.

Әсә көнө-иң яҡын һәм ҡәҙерле кешеләрҙең байрамы. Беҙгә ғүмер бүләк иткән кеше һәр ваҡыт беҙҙе һаҡлаусы фәрештәләребеҙ булып ҡала.

Тәүәкән күптармаҡлы ауыл клубында изге байрамға арналған «Әсәнән дә бөйөгөрәк бармы ҡәҙерле исем» байрам концерты үтте. Байрам сараһына күп балалы әсәләр, һалдат әсәләре, мобилизацияға эләккән, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы ир-егеттәрҙең ҡатындары, әсәләре һәм башҡа гүзәл заттар, ауылдаштар саҡырылды.

Байрам сараһы башында Теләүембәт ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Ҡаразбаев Б. Ғ гүзәл заттарҙы ҡотлап изге теләктәрен еткерҙе.

Матур байрам сараһында иң моңло йырҙар яңғыраны, дәртле бейеүҙәр, күңел биреп башҡарған сығыштарҙы тамашасылар йылы алҡыштарға күмде. Тәүәкән күптармаҡлы мәҙәниәт йортобоҙҙоң «Сәңкем» халыҡ фольклор ансамбле, «Ҡыпсаҡ», «Йәйғор» балалар ансамбльдәре, гармунсыларыбыҙ Фуат Әлмөхәмәтов, Рөстәм Әбдрәхимов, йырсыларыбыҙ Фирзәр Әбдрәхимов, Гөлиә Килинбаева, Зәлиә Әбдрәхимова менән Әминә Мансурова, Данислам Смирнов, Гөлдәр Әбдрәхимова, Ләлә Сәитбаталова ҡотланылар.

Байрам кисәбеҙҙе йәмләп ижади дуҫтарыбыҙ - Мәҡсүт күптармаҡлы ауыл клубынан Резеда Ҡотлобаева, Теләүембәттән Замир Харрасов, Яңауылдан Таңһылыу Байрамғалина, Гөлсинә Нуриманова, Зөлфирә Кайсарова, Ырымбур өлкәһенән Ринат Хамзин әсәйҙәрҙе ҡотлап, музыкаль бүләктәрен еткерҙеләр. Байрамыбыҙҙа ҡатнашыусыларға, барыһына ла рәхмәт!

Изгелек орлоҡтарын сәсеп йәшәүсе оло йөрәкле, ҡәҙерле әсәйҙәр! һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, ғаилә именлеге теләйбеҙ.

Просмотров: 23 | Добавил: РФ | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
avatar