16:41
"Әсәйҙәр көнөнә арналған сара үтте"
Ноябрҙең һуңғы йәкшәмбеһендә илебеҙҙә Әсәйҙәр көнө билдәләнә. Байрам тормошобоҙға ныҡлы үтеп инде, һәр кем ғәзиз, ҡәҙерле кешеһен ҡотларға, яратыуын белдерергә тырыша.

Тәүәкәндәр Теләүембәт күптармаҡлы ауыл клубында Әсәләр көнөнә арналған байрам кисәһендә ҡатнашты. Балалар тәрбиәләп үҫтереүсе, күңел йылыһын, наҙын һаҡлаған иң ҡәҙерле кешеләр — Әсәйҙәргә бағышланды моңло йырҙар, йөрәкте йылытҡан шиғри һүҙҙәр, дәртле бейеүҙәр һәм тәрән мәғәнәле сығыштар. Байрам кәйефе һәр кемде үҙенә әйҙәп, өй йылыһын, әсәй йөрәге йомшаҡлығын иҫкә төшөрҙө.

Просмотров: 24 | Добавил: РФ | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
avatar