10:27 «Халҡына арналған ғүмер» | |
| Тәүәкән күптармаҡлы ауыл клубында М.Ғ. Рәхимовҡа арналған «Халҡына арналған ғүмер» әҙәби-музыкаль хәтер кисәһе үтте. Хәтерләү кисәһенә килгән ауылдаштар фойела ауыл моделле китапханаһының бай күргәҙмәһе менән танышты. Сара бер минут тынлыҡ менән иҫкә алыуҙан башланды. Теләүембәт ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Ҡаразбаев Б.Ғ. сығыш яһаны. Данлыҡлы шәхесебеҙҙең тормош юлына һәм эшмәкәрлегенә ентекле байҡау яһалды. Ил ағаһы – Мортаза Рәхимовтың яҡты иҫтәлегенә арналған шиғырҙарҙы Ләлә Сәитбаталова, Розалия Ташбулатова, Рәйсә Ремеева, Нәҡиә Вәлитова, Данислам һәм Вилдан Смирновтар тәүсири һөйләнеләр. «Сәңкем» башҡорт халыҡ фольклор, «Ҡыпсаҡ» балалар ансамблдәре, Нәҡиә Вәлитова, Данислам Смирнов, Әминә Мансурова, Замир Харрасов йырҙар башҡарҙы, ҡурай, ҡумыҙ моңдары, гармунсыларыбыҙ Фуат Әлмөхәмәтов, Рөстәм Әбдрәхимов сығыштары менән үрелеп барҙы кисәбеҙ. Мортаза Ғөбәйҙулла улының еңгәһе Фәрҙәнә Сәләхетдин ҡыҙы Рәхимова йылы хәтирәләре менән бүлеште. Президентыбыҙҙың әсәһе Ғәлимә инәйҙең тыуған ауылы Дауыт-Ҡайыптан Элвира Сәғитова менән Әлфиә Ҡарабаева ҡатнаштылар, күрше Ырымбур өлкәһе Алмала ауылынан Николай Щенов Мортаза Рәхимовтың Алмалыла уҡыған сағында уҡыусы сағы тураһында мәғлүмәттәр менән бүлеште. Данлыҡлы шәхесебеҙгә рәхмәт әйтеп, хөрмәт менән иҫкә алған тәүәкәндәр йылы һүҙҙәр, йылы хәтирәләр менән уртаҡлашты. Ил ағаһы, данлыҡлы ауылдашыбыҙ, тәүге президентыбыҙ М.Ғ. Рәхимов мәңге хәтерҙә! | |
|
| |
| Всего комментариев: 0 | |





