
Тәүәкән күптармаҡлы ауыл клубында М.Ғ. Рәхимовҡа арналған «Халҡына арналған ғүмер» әҙәби-музыкаль хәтер кисәһе үтте. Хәтерләү кисәһенә килгән ауылдаштар фойела ауыл моделле китапханаһының бай күргәҙмәһе менән танышты. Сара бер минут тынлыҡ менән иҫкә алыуҙан башланды.