15:10 "Һаумы, Яңы йыл!" | |
| 30 декабрь Тәүәкән күптармаҡлы ауыл мәҙәниәт йортонда "Һаумы, Яңы йыл!" бал-маскарады үтте. Тамашасыларға «Юғалған быймалар» театраллаштырылған тамаша тәҡдим ителде. Ҡыш бабайҙың юғалған быймаларын эҙләп табыу мажараһында ролдәрҙе оҫта башҡарҙылар - Полиция хеҙмәткәре - Фуат Әлмөхәмәтов, Аҡбай - Алһыу Шәһәрова, Мәсекәй - Нәҡиә Вәлитова, Һатыусы ҡатын - Рәмзиә Ғәлиева, Урам һепереүсе - Ләлә Харрасова, Быймалар - Рәмилә Ҡаразбаева һәм Альмира Әбдрәхимова, төп геройҙарыбыҙ - Ҡыш бабай - Дамир Исмәғилев, Ҡарһылыу - Азалия Хәкимова, ҡыңғыраулы етеҙ аттары, Яңы йыл - Ләлә Сәитбатталова. Байрам кисәбеҙ йыр-моң, уйын - көлкө менән үрелеп барҙы. Байрам менән ҡотлап «Сәңкем» халыҡ фольклор ансамбле, Гөлдәр Әбдрәхимова, Фуат Әлмөхәмәтов, Ильшат Абдрахимов, Замир һәм Ләлә Харрасовтар, Лилиә Хәкимова, Фирзәр Әбдрәхимов, Илһам Рысаев, Нәҡиә Вәлитова музыкаль бүләктәрен еткерҙеләр. Байрам менән тәбрикләп Теләүембәт ауыл биләмәһе хәкимиәте башлығы Ҡаразбаев Б.Ғ. район хакимиәте башлығы ҡотлауҙарын еткерҙе, «Тәүәкән» ЯСЙ директоры Дәминдаров Д.У., шәхси эшҡыуарҙарға рәхмәт хаттары тапшырҙы. Һөнәрҙәрен күрһәтеп, маскарадта ҡатнашыусылар Ҡыш бабай менән Ҡарһылыуҙан татлы күстәнәстәр менән һыйланды, бүләктәр алды. Байрамды ойошторорға ярҙам итеүселәргә, ҡатнашыусыларға барыһына ла рәхмәт! Яңы йылда именлек, аяҙ күк йөҙө, бәхет, ҡыуаныстар юлдаш булһын барығыҙға ла! | |
|
| |
| Всего комментариев: 0 | |





