
30 декабрь Тәүәкән күптармаҡлы ауыл мәҙәниәт йортонда "Һаумы, Яңы йыл!" бал-маскарады үтте. Тамашасыларға «Юғалған быймалар» театраллаштырылған тамаша тәҡдим ителде. Ҡыш бабайҙың юғалған быймаларын эҙләп табыу мажараһында ролдәрҙе оҫта башҡарҙылар - Полиция хеҙмәткәре - Фуат Әлмөхәмәтов, Аҡбай - Алһыу Шәһәрова, Мәсекәй - Нәҡиә Вәлитова, Һатыусы ҡатын - Рәмзиә Ғәлиева, Урам һепереүсе - Ләлә Харрасова, Быймалар - Рәмилә Ҡаразбаева һәм Альмира Әбдрәхимова, төп геройҙарыбыҙ - Ҡыш бабай - Дамир Исмәғилев, Ҡарһылыу - Азалия Хәкимова, ҡыңғыраулы етеҙ аттары, Яңы йыл - Ләлә Сәитбатталова. Байрам кисәбеҙ йыр-моң, уйын - көлкө менән үрелеп барҙы.