19:45
Ҡыпсаҡ ырыуы Йыйыны!
Йыйында Башҡортостандың 20-гә яҡын районынан, Ырымбур һәм Һамар өлкәләренән делегаттар, ҡунаҡтар ҡатнашты. Ултырыштарҙа башҡорт халҡының тарихы, мәҙәниәте һәм социаль хәле буйынса мәсьәләләр тикшерелде. Байрам сараһы тарихи үткәндәргә таянып сәхнәләштерелгән театр тамашаһы менән башланды. 200ҙән ашыу үҙешмәкәр артистар ҡатнашлығындағы ҙур, мәртәбәле сарала Тәүәкән күптармаҡлы мәҙәниәт йортоноң "Сәңкем" халыҡ фольклор, "Күнйәп", "Йәйғор", балалар ансамблдәре лә әүҙем ҡатнашты. Спорт ярыштары, байрам концерты, төрлө мәҙәни саралар майҙаны райондарҙан килгән делегаттарҙы бергә тупланы.
Просмотров: 49 | Добавил: guldarabdrachimowa | Рейтинг: 5.0/1
Всего комментариев: 0
avatar