10:41 Телебеҙ һағында - Ағинәйҙәр! | |
| 21 февраль – һәр халыҡтың үҙ телен ҙурлау көнө. Тел – халыҡтың матди һәм рухи байлығына асҡыс, тарихи үткән менән киләсәкте бәйләр күпер. “Теле барҙың – иле бар”, ти был турала башҡорт халыҡ мәҡәле. Халыҡтың халыҡ булып ҡалыуы, йәшәүе тел яҙмышы менән бәйле. Шуға күрә телде һаҡлау, киләсәк быуынға еткереү бурысы һәр кемдең иңенә берҙәй тигеҙ һалынған. Билдәле булыуынса, хәҙерге заманда ер шарында 6 меңдән ашыу тел бар. ЮНЕСКО Халыҡ-ара ойошмаһы тарафынан үткәрелгән тикшереүҙәр буйынса 6 меңдән ашыу телдең 40%-на яҡын арала юғалыу янай. Был исемлектә башҡорт теле лә бар. Телебеҙҙе һаҡлау һәм үҫтереү буйынса үткәрелгән сараларҙың береһе Яңауыл ауыл клубында ойошторолдо. Бай йөкмәткеле, туған телебеҙгә дан йырлаған мәртәбәле сарала тәүәкәндәр башҡорт халыҡ мәҡәлдәре, мөнәжәт, йыр, шиғырҙар башҡарҙы. «Ағинәй юлы» район эстафетаһы сиктәрендә ойошторолған йылы осрашыуҙан рух ныҡлығы, күңел байлығы менән тулыланып ҡайттыҡ. | |
|
| |
| Всего комментариев: 0 | |



