09:37
Тәүәкәндәр диктант яҙҙы
Быйыл диктант текстары Рәсәй халыҡтарының берҙәмлек йылына, Башҡортостанда иғлан ителгән Ҙур һәм татыу ғаилә йылына, шағир һәм мәғрифәтсе Ғәли Соҡоройҙоң тыуыуына 200 йыл тулыуға арналды.
Тәүәкән ауылы моделле китапхана-музейы «Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант – 2026» акцияһын үткәреү майҙансыҡтарының береһе булды.

Бында башҡорт теленән үҙҙәренең белемен тикшереп ҡарарға теләүселәр килде. Мәҙәниәт йортобоҙҙоң «Сәңкем» башҡорт халыҡ фольклор ансамбле менән акцияға ҡушылып Башҡортостан юлдаш телевидениеһы буйынса Мөнир Ҡунафиндың “Беҙҙең көс” тигән башҡорт телендә иркен аралашыусылар өсөн тәғәйенләнгән диктантты ҡурайсы, педагог, Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының Башҡорт музыкаһы факультеты деканы, Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы Азат Миңлеғәле улы Айытҡолов етәкселегендә яҙҙыҡ.

Илһөйәрлек, батырлыҡ, милләт-ара дуҫлыҡ менән һуғарылған был тексты ғорурланып яҙҙыҡ. Һәр һөйләмдә халҡыбыҙҙың берҙәмлеге, рух ныҡлығы, егеттәрҙең ҡыйыулығы, ысын патриот булыуы сағыла.
Телебеҙҙе үҫтереү, һаҡлау маҡсатында ойошторолған акция халыҡтарҙы берләштереүсе һәм мәҙәни мираҫыбыҙҙың байлығын күрһәтеүсе сараларҙың береһе - милли кейем көнө менән тап килеүе икеләтә байрамға әйләнде.

Просмотров: 40 | Добавил: РФ | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
avatar