08:45
Тәүәкәндәр Бөйөк Еңеү көнөн билдәләне!
Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына арналған стелла янына тыл хеҙмәтсәндәре һәм хеҙмәт ветерандары, һуғыш осоро балалары, ауыл активы, ауыл халҡы, мәктәп уҡыусылары, кескәйҙәр йыйылды. Тантаналы йырҙар парадын башҡарып һәйкәл янына сафҡа теҙелде уҡыусылар. Батырҙар рухына һәйкәлгә веноктар һалынды. Мәҙәниәт йортонда ойошторолған байрам концертында "Сәңкем" халыҡ фольклор, "Йәйғор" бейеү, балалар йыр-бейеү ансамблдәре, "Бәпембә" балалар баҡсаһы өлкән төркөм тәрбиәләнеүселәре, Вилдан һәм Данислам Смирнов, Нурислам Хәкимов, Ләлә Аскарова ҡатнаштылар. Аделина Хасанова менән Нурислам Хәкимов кисәне алып барҙылар. Ауылдаштарҙы ҡотлап Теләүембәт ауыл биләмәһе Хакимиәте башлығы Ҡаразбаев Б.Ғ. улы тәбрикләне, яҡташ-фронтовиктарҙы бер минут тынлыҡ менән хәтергә алдыҡ.
Бөйөк Ватан һуғышы... Илебеҙ иңенә төшкән был ҡәһәрле көндәрҙе халҡыбыҙ бер ҡасан да онотмай.
Еңеү көнө менән! Илебеҙ күге аяҙ, халҡы- имен, донъяларыбыҙ тыныс булһын!

Просмотров: 110 | Добавил: guldarabdrachimowa | Рейтинг: 5.0/1
Всего комментариев: 0
avatar