09:08 «Сигеүҙәрҙә күҙ нуры» | |
| Ауылдарыбыҙ тормошон рухи яҡтан йәнләндергән, күп матур башланғыстарҙа таяныс булған ағинәйҙәр ойошмалары әленән-әле төрлө тәрбиәүи саралар ойоштора һәм ҡатнаша. “Ағинәй юлы» район Ағинәйҙәр проекты сиктәрендә ошо көндәрҙә тәүәкәндәр Һатлыҡ ауылында булып ҡайтты. Һәр милләттең бай мәҙәни мираҫы бар. Һатлыҡтарҙың «Сигеүҙәрҙә күҙ нуры» байрамы бик сағыу, фәһемле, күңелле үтте. Сарала ҡатнашыусыларҙың барыһын да ҡул эштәре теҙелгән бай күргәҙмә һоҡландырмай ҡалмағандыр. Боронғо йолаларҙы тергеҙеүҙең сағыу тәжрибәһе менән уртаҡлашып, өлгө алырлыҡ осрашыуҙан илһам, дәрт, ижади ҡомар алып ҡайттыҡ. | |
|
| |
| Всего комментариев: 0 | |



