08:58
Олоғайыу -үҙе ҙур бәхет!
Алтын көҙ, ғүмер көҙө - ҡартлыҡтың да үҙ матурлығы, үҙ мәғәнәһе бар. Сыуаҡлы, мул һутлы емештәре өлгөргән йәмле ғүмер миҙгелен кисереүсе өлкәндәргә тәрән ихтирам менән ҡарарға күнеккәнбеҙ. Сабыр холоҡло, бай тормош тәжрибәле, уңған, аҡыллы, һиҙгер йәнле оло кешеләрһеҙ донъя һанһыҙ булыр ине.
Киләсәк быуын лайыҡлы тормошта йәшәһен өсөн улар фиҙаҡәр хеҙмәтен, оло сабырлығын һәм ҙур тәжрибәләрен һалғандар. Халҡыбыҙға, милләтебеҙгә хеҙмәт итеп, башҡарған эштәре менән тыуған еребеҙҙең данын арттырыусы хеҙмәт ветерандарыбыҙ, тыл хеҙмәткәрҙәре, хаҡлы ялдағы оло быуын вәкилдәрен тәбрикләнек.
Ауыл мәҙәниәт йортонда Халыҡ-ара ололар көнөнә арналған “Олоғайыу – үҙе ҙур бәхет!” концерт программаһы тәҡдим ителде.
Ауыл хакимиәт башлығы Ҡаразбаев Б. Ғ. улы өлкән быуын кешеләрен изге байрамдары менән ҡотлап сәләмәтлек, оҙон ғүмер, аяҙ күк йөҙө теләне. Үҙешмәкәр артистар сығышы, изге, матур теләктәр менән үрелеп барҙы йылы осрашыу. Күтәренке кәйефкә ҡоролған кисә, байрам сәй табыны артында дауам итте.
Тормошоғоҙ шатлыҡҡа күмелһен, йәмғиәт хәстәре һәм иғтибарын, яҡындарығыҙҙың ихтирамын тойоп йәшәгеҙ, ҡәҙерлеләребеҙ!
Просмотров: 65 | Добавил: guldarabdrachimowa | Рейтинг: 5.0/1
Всего комментариев: 0
avatar