16:50
Милли кейем көнө!
18 апрелдә Республика халыҡтарының милли кейем көнө билдәләнә.
Милли кейем – халҡыбыҙҙың ҡәҙерле ҡомартҡыһы, уның эске булмышының, күңел донъяһының, көнкүрешенең сағылышы. Борондан милли кейем нәҫелдән-нәҫелгә күскән оло байлыҡ, ҡәҙерле ҡомартҡы. Улар әле лә үҙҙәренең матурлығы, сағыулығы менән күҙҙең яуын алып тора.
Милли кейем көндө мәҙәниәт йортобоҙҙа башҡорт кейеме тураһында һөйләшеү алып барҙыҡ, башҡорт уйындары уйнаныҡ.
Просмотров: 21 | Добавил: guldarabdrachimowa | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
avatar