16:31
Халыҡ хәтерендә мәңге һаҡланыр!
Халыҡ хәтерендә мәңге һаҡланыр!

Халҡыбыҙҙың арҙаҡлы улы, күренекле шәхесе, хөрмәтле яҡташыбыҙ, Башҡортостандың беренсе президенты М. Ғ. Рәхимовтың 90 йәше тулыу уңайынан тыуған ауылы Тәүәкәндә төрлө саралар уҙғарылды.
Туғайлы һәм Яңы урам халҡы самауырлы сәйҙәр менән, һый-хөрмәт күрһәтеп килгән ҡунаҡтарҙы һыйланы, бөтә урам менән Мортаза Ғөбәйҙулла улына ярҙамы, күрһәткән изгелектәре өсөн рәхмәттәрен белдерҙеләр. "Урал" спорт һауыҡтырыу комплексында спорт ярыштарында көс һынашһалар, ауыл мәҙәниәт йортонда хәтер кисәһенә йыйылды ауылдаштары, яҡташтары. Һәр сығыш рух, арҙаҡлы шәхесебеҙгә рәхмәт тойғолары, ихтирам, тыуған илебеҙгә һөйөү хистәре менән һуғарылды.
Ил яҙмышын, халыҡ мәнфәғәтен беренсе урынға ҡуйған, ауыл тормошон үҙ иткән Мортаза Ғөбәйҙулла улы! Һеҙҙе бөгөн тыуған ерегеҙ, илегеҙ, Башҡортостаныбыҙ юҡһына... Быларҙы һүҙ менән генә аңлатып бөтөрөрлөк түгел. Бөйөк тә, шул уҡ ваҡытта ябай ҙа булып ҡала белгән хөрмәтле яҡташыбыҙ илебеҙ тарихында ғына түгел, яҡташтарының да, һәммәбеҙҙең күңел тарихында мәңге һаҡланыр.
Просмотров: 36 | Добавил: guldarabdrachimowa | Рейтинг: 5.0/1
Всего комментариев: 0
avatar