Бөгөн республикабыҙҙа иң сағыу һәм матур байрамдарҙың береһе — Милли кейем көнө билдәләнә! Тәрән тарихыбыҙҙағы ата-бабаларыбыҙҙың кейенеү мәҙәниәтенә тағы ла бер әйләнеп ҡайтып, беҙ бөгөн үҙебеҙ ҙә киләсәгебеҙгә ҡабатланмаҫ тарих яҙабыҙ. Рәсми рәүештә 2020 йылдан алып йылына ике тапҡыр - апрель һәм сентябрь айҙарында уҙған Милли кейем көнө барыбыҙҙың да яратып көтөп алған байрамы. Тәүәкән мәҙәниәт йортонда сағыу милли кейемдәр кейгән ауылдаштарыбыҙ был көндө әйлән-бәйлән әйләнде, милли кейемдә халыҡ уйындарын уйнаныҡ, төрлө милләт бейеүҙәрен иҫкә төшөрҙөк. |