Тәүәкән егете Айҙар һәм Мәләүез районы ҡыҙы Гөлшан Шәфеевтарҙың йөрәктәре ҡауышты. Йәш киленде ҡайны-ҡәйнәһе мендәргә баҫтырып, бал-май ҡаптырҙы, сәңкемдәр матур теләктәр, нәсихәттәр еткерҙе. Боронғонан килгән йола - киленгә һыу юлы башлатыуҙы ла атҡарҙы тәүәкәндәр. Теләгән изге теләктәр тормошҡа ашһын, йәштәр бәхетле ғүмер кисерһендәр! |