22:41
Йәгеҙ әле, ҡатын-ҡыҙҙар!
Байрам башында Теләүембәт ауыл биләмәһе Хакимиәте башлығы Ҡаразбаев Булат Ғизелхаҡ улы ҡатын-ҡыҙҙарҙы, йыйылған ауылдаштарҙы байрам менән тәбрикләне, конкурсанттарға, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы ауылдаштарыбыҙҙың әсәләренә, яҡындарына йылы һүҙҙәрен еткерҙе, бүләктәрен тапшырҙы. Конкурс бик көсөргәнешле барҙы, "Визитка», «Фантазияңды күрһәт», «Аш-һыу», "Һалдаттарға ярҙам", «Ижади конкурс» һәм «Капитандар ярышы» кеүек һынауҙарҙа командалар сәмләнеп яыштылар, һынатманылар, бар мөмкинлектәрен күрһәттеләр. Сығыштарҙы жюри ағзалары баһалап командаларға еңеүсе Дипломдар менән бүләктәр тапшырылды. Байрам кисәһен йәмләп Фирзәр Әбдрәхимов, Фуат Әлмөхәмәтов, Ильшат Әбдрәхимов һәм йыр-бейеү ансамбле ҡыҙҙары, егеттәре башҡарыуында йырҙар, бейеүҙәр, гармун моңдары менән үрелеп барҙы байрам кисәһе.
Просмотров: 13 | Добавил: guldarabdrachimowa | Рейтинг: 5.0/1
Всего комментариев: 0
avatar