09:25
"Ил һаҡларға китә егеттәр"
Ватанды һаҡлау – Рәсәй Федерацияһының һәр гражданының бурысы һәм йөкләмәһе булып тора. 15 ноябрҙә Бөтә Рәсәй хеҙмәткә саҡырылыусылар көнө билдәләнә. Ошо уңайҙан Тәүәкән күптармаҡлы мәҙәниәт йортонда "Ил һаҡларға китә егеттәр" тип аталған көҙгө саҡырылыш буйынса әрме сафына алыныусы һалдаттарҙы оҙатыу кисәһе үткәрелде.

Теләүембәт ауыл биләмәһенән бер төркөм егеттәр - Абзалилов Анүәр Рәфил улы, Искәндәров Ильдар Марат улы, Иҫәнгилдин Ильяс Илнур улы, Рысаев Ислам Ришат улы, Салауатов Данил Флүз улы, Үтәмишев Байрас Салауат улы, Хәсәнов Фәрғәт Фарих улы, Фәтҡуллин Айтуган Хәмит улы, Ҡаразбаев Мурат Марат улы, Әбдрәхимов Булат Рәмил улы әрмегә саҡырылдылар. Кисәлә егеттәргә төрлө һынауҙар ҡуйып әҙерлектә һыналдылар, Теләүембәт ауыл биләмәһе башлығы Ҡаразбаев Б. Г. егеттәрҙе ҡотлап изге теләктәрен еткерҙе. Үҙешмәкәр артистарыбыҙ Фирзәр һәм Илшат Әбдрәхимовтар, Фуат Әлмөхәмәтов, Данислам һәм Вилдан Смирновтар, Замир Харрасов музыкаль бүләктәрен еткерҙеләр.

Хәрби хеҙмәткә саҡырылған йәш егеттәргә хәрби әҙерлектә юғары һөҙөмтәләр күрһәтеүҙәрен һәм үҙҙәренең хәрби бурысын намыҫ менән үтәүҙәрен теләйбеҙ!

Просмотров: 29 | Добавил: РФ | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
avatar