14:46 Донъя - яйы менән, ҡоймаҡ майы менән! | |
| Ошо көндәрҙә тәүәкәндәр Аҙнағол ауыл клубында, «Ағинәй юлы» район эстафетаһы сиктәрендә, «Ҡояштай ҡоймаҡ ҡойҙом» осрашыуында булып ҡайтты. Аҙнағол уңғандары төрлө ҡоймаҡ төрҙәре әҙерләп - әсе, сөсө, йоҡа, ҡалын, төҫлө, тары ҡоймағы, эремсек, ит, картуф уралған ҡоймаҡ һәм башҡа күп төрлө ризыҡтар менән ҡунаҡтарҙы ҡаршы алдылар. Байрамды ойоштороусо Аҙнағол ағинәйҙәре килгән ҡунаҡтарға ҡоймаҡты бешереү серҙәре менән бүлештеләр, аш — һыуға арналған йомаҡтарға, викторина һорауҙарына яуаптар эҙләнеләр, уйындар уйнаттылар, музыкаль сығыштар тәҡдим иттеләр. Ҡоймаҡ менән табын йыйыу — элек-электән килгән йола һәм бергәләп ашағанда ул бигерәк тә тәмле була. Сәләмәт тормошҡа ынтылып йәшәүсе аҙнағолдар матур йолаларҙы дауам итеп, әсәй-өләсәйҙәрҙән ҡалған рецептар һәм яңы заманса ысулдар менән ҡоймаҡ бешереү оҫталыҡтары менән бүлешеп, тәжрибә уртаҡлашҡан матур һәм фәһемле саранан дәрт-дарман алып ҡайттыҡ. | |
|
| |
| Всего комментариев: 0 | |



