16:46
Балалар Һабантуйы!
Йәйҙең беренсе көнөндә илебеҙ Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөн билдәләй. Байрам уңайынан мәҙәниәт йорто майҙанында ойошторолған балалар һабантуйында ярыштар, халыҡ уйындары уҙғарылды. Был көндө ҡояш та нурҙарын йәлләмәне, бар йылыһын һабантуйға йыйылған ҡунаҡтарға йомарт өләште. Йәйләү ял лагерынан килгән "Ҡыпсаҡтар" һәм "Үҫәргәндәр" командалары ат сабышы, ҡалаҡҡа йомортҡа һалып йүгереү, көршәк ватыу, тоҡ кейеп йүгереү, арҡан тартышыу, көйәнтә менән һыу ташыу кеүек милли бәйгеләрҙә көс һынаштылар. Кескәйҙәрҙе ҡотлап "Сәңкем" фольклор ансамбле байрамды йәмләне. Китапхана мөдире Ләлә Нурулла ҡыҙы әҙерләгән сюрприз уйынында ҙур теләк менән ҡатнашып бүләктәр отто балалар. Кескәйҙәрҙең шат тауыштарынан, уйындарҙан, йырҙарҙан гөрләп торҙо майҙан. Байрам аҙағында тәмлекәстәр менән бүләкләнеп таралыштылар кескәй ҡунаҡтарыбыҙ.
Шатлыҡ-ҡыуаныстарға тулы бала саҡтан да гүзәл мәл юҡ. Ер йөҙөндәге һәр бала бәхетле булһын!
Просмотров: 54 | Добавил: guldarabdrachimowa | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
avatar