13:08
«Ғаилә берҙәмлеге-халыҡ берҙәмлеге»
В Тавакановском СМФК дан старт районному фестиваль-марафону «Единая семья - единый народ», посвящённый Году единства народов России, Году большой и дружной семьи в Республике Башкортостан.

«Ғаилә берҙәмлеге-халыҡ берҙәмлеге» район фестиваль-марафоны ауыл биләмәләре араһында уҙғарыла. Тәүәкән күптармаҡлы ауыл клубында старт алғанған конкурс Рәсәй халыҡтарының берҙәмлеге йылына һәм Ҙур һәм татыу ғаилә йылына арналды һәм Теләүембәт ауыл биләмәһе үҙешмәкәрҙәрен бер сәхнәгә йыйҙы.

Ғаилә-ул тыуған илдең бер өлөшө,
Кешеләрҙең ғүмер иткән бер мөйөшө.
Тыуған ил-ул ғаиләләр йыйылмаһы,
Тыуған илдә юҡ ғаилләләр айырмаһы.

Ғаилә барыбыҙға ла кәрәкле йылы усаҡ. Матур ғаилә ҡороп, бер-береңде хөрмәтләп, бер-береңә ярҙамлашып йәшәү - һәр кемебеҙҙең изге бурысы.

Халҡыбыҙҙың мәҙәни мираҫын һаҡлауға һәм популярлаштырыуға, урындағы йолаларҙың байлығын күрһәтеүгә һәм сәнғәт аша быуындар араһындағы бәйләнештәрҙе нығытыуға йүнәлтелгән «Ғаиләләрҙә халҡым мираҫы» прологы менән башланды конкурс программабыҙ.

Сағыу, үҙенсәлекле номерҙар: йыр-бейеүҙәр, инструменталь композициялар, фольклор тамашалары, ғаилә дуэттары - һәр сығыш тамашасыларға ысын бүләк булды һәм ауылдарыбыҙҙа таланттар һәм сәнғәткә ғашиҡ кешеләр, өлгөлө, татыу ғаиләләр йәшәүен күрһәтте. Байрам мөхите төрлө йәштәге кешеләрҙе берләштерҙе - кесеһе лә, йәштәр ҙә, ололар ҙа балалар ҙа тыуған илгә һөйөү, халҡыбыҙҙың дуҫ, татыу, илебеҙҙең ышаныслы киләсәгенә ышаныс тыуҙырҙы.

Просмотров: 26 | Добавил: РФ | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
avatar